+30 °С
Болотло
Новости
10 Февраль 2025, 09:26

Бабич вариҫтары журналға яҙылды

Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ "Башҡортостан ҡыҙы" журналына бик теләп яҙылды.

Белеүебеҙсә, Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылының ҙур өлөшө тап Бабичтар нәҫеленән. Шәйехзада Бабичтың атаһы Мөхәммәтзакир тап ошо ауылда доньяға килгән дә, ерләнгән дә. Күптән түгел, "Башҡортостан ҡыҙы" хеҙмәткәрҙәре Мишкә районына эшлекле сәфәр менән барҙы, журналға яҙылыу ойошторҙо, ҡатын-ҡыҙҙар менән аралашты. 

Бабичтың ауылдашы Гүзәл Кәримова һөйләүенсә, Ҡыйғаҙытамаҡта бик әүҙем кешеләр йәшәй. Ауылда мәсет асылған, урындағы халыҡ уның эшендә ҡатнаша, мосолман байрамдарын үткәрә. Ауылда асылған Бабич музейы бик һәйбәт эшләп килә, ауылдаштары музей эшен алып барыуҙа ла ихлас ярҙам итә. 

"Башҡортостан ҡыҙы" журналына ла ауылдан күп ҡатын-ҡыҙ яҙылды. Беҙ Бабичтың вариҫтарына артабан да шулай дәртле булыуҙарын теләйбеҙ.

Бабич вариҫтары журналға яҙылды
Бабич вариҫтары журналға яҙылды
Автор:Регина Камалова
Читайте нас