+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Август 2022, 19:23

Өфө районының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йыйылды

Өфө районы Алексеевка урта мәктәбендә Өфө районы башҡорт телдәре уҡытыусылары быйылғы уҡыу йылының тәүге методик берләшмәһе ултырышына йыйылды. Мәктәптең директоры Александр Николаевич Мартынов һәм райондың башҡорт телдәре буйынса методисы Әлфиә Хисмәтулла ҡыҙы Суфьянова ҡунаҡтарҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы алды.

Өфө районы мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюздар, Өфө районы башҡорттары ҡоролтайы, Өфө районы ҡатын-ҡыҙҙары рәйесе Альбина Хәлит ҡыҙы Әхмәтдинова уҡытыусылар алдында сығыш яһап, уларҙы йәмәғәт эштәрендә, республика буйынса үткәрелгән бәйгеләрҙә әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы.

Ултырышта "Башҡортостан ҡыҙы" журналына яҙылыу, әҙәбиәт, шиғриәт хаҡында ла һүҙ барҙы.

Үткән йылға йомғаҡ яһап, район методисы Рәмилә Усман ҡыҙы Шәриповаға, Мөнирә Әлтәф ҡыҙы Мәүлетбаеваға, Минзиә Рашат ҡыҙы Йомалинаға, Таңсулпан Рамил ҡыҙы Сәфетдиноваға, Гөлнара Әғләм ҡыҙы Фәрхетдиноваға Өфө районы хакимиәте мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Шулай уҡ 2015 йылдан методик берекмә етәксеһе булып эшләгән Светлана Вәлишинаға рәхмәт белдерҙе. Киләһе йылдан был йөктө Шамонин урта мәктәбе уҡытыусыһы Рәмилә Шәрипова тартасаҡ.

Алексеевка урта мәктәбендә "Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы" конкурсында икенсе тапҡыр  еңеү яулаған Резеда Ризалун ҡыҙы Хәмитова эшләй. Икенсе еңеүендә ул 200 меңлек сертификатҡа лайыҡ булған. Тырыш уҡытыусы башҡорт һәм татар телдәренән балаларға белем бирә.

Уҡытыусылар дөрөҫ йүнәлеш, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алып, күтәренке рухта таралышты. Аралашыу биргән шатлыҡ күңелдәрҙе оҙаҡ йылытып торор әле.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: