Унда ҡатнашырға Әзербайжан яҙыусылар союзы ағзаһы, шағир Әҡбәр Ҡошалы саҡырғайны. Дәүләт эшмәкәре, Милли Мәжлестең мәҙәниәт комитеты рәйесе Ганира Пашаеваны, Евразия яҙыусылар берлеге рәйесе Яҡуб Делиомероглыны, Төркиәләге билдәле яҙыусы Имдат Авшарҙы, ғағауыз яҙыусыһы Гөлли Каранфилды, Ҡаҙағстандан Саят Камшегерҙы күреүемә бик шат булдым. Улар Мирза Әлиәкбәр Сабирҙың ижады, төрки донъяһында тотҡан урыны хаҡында һөйләне. Мин шағирҙың ижады менән танышып сыҡтым һәм бер шиғырын башҡортсаға тәржемә итеп маташтым. Әлегә нисек килеп сыҡҡан шулай һинең хөкөмөңә тәҡдим итәм, уҡыусым! Ҡайһы бер һүҙҙәр аңлашылмағас, үҙем тойомлағанды өҫтәргә тура килде. Белгән кешеләрҙән һорашҡас, тәржемә үҙгәреш тә кисерер, бәлки. Аңлауымса, яңы тормош төҙөргә ихлас тотонған шағир Хоҙайҙы бөтөнләй инҡар итмәгән. Ә бары тик ялағай-ҡуштандарҙы әсе тәнҡит утына тотҡан. Мәжит Ғафури әйтешләй: “Юҡтырһың да Алла...” – мотивы ла ишетелеп ҡала. Илдәге, Ерҙәге ғәҙелһеҙлектәр, һуғыш, ҡан ҡойош уны ошолай тип әрнергә этәрә. Мирза Әлиәкбәр “Юҡтырһың” тигән шик белдермәй, ә бары ғәҙелһеҙлектәр өсөн рәхмәт әйтә.
Мәрхәмәте өсөн шөкөр Хоҙайға!
Мәрхәмәте өсөн мең рәхмәт Хоҙайға!
Миллионер-хужалары өсөн рәхмәт Хоҙайға!
Милләте ғәменә баҡмаған аң зарлы кимәлдә,
Ишан һәм мөдирҙәре өсөн, рәхмәт Хоҙайға!
Эш белмәгән, әммә ашап-эскәнде өҫтәгән,
Тирмәне тартҡанға шөкөр, Хоҙайға!
Ҡан ҡойған даръялай, ҡайғыһы ҡаялай,
Кавказдағы ҡорбандарға рәхмәт Хоҙайға!
Баҡы шәһәрендә, билдәле бер маканда
Даръя булып аҡҡан ҡандарына рәхмәт Хоҙайға!
Был вәхшине ҡырғандарға рәхмәт Хоҙайға!
Бүре кеүек, шакал кеүек һикергән
Хайуандарға рәхмәт Хоҙайға!
Көтөлмәгән хәҡиҡәтте һиммәт иткән
Инсандары өсөн рәхмәт Хоҙайға!
Йәһүдтәрҙе талаған, ҡан ялаған
Ғәйрәтле мосолмандарына рәхмәт Хоҙайға!
Енәйәткә ҡаршы һүҙһеҙ ҡалған
Выжданһыҙҙарға рәхмәт Хоҙайға!
Белмәйем ни заман тәртип булдырыр,
Сабыр итмәгән ауандарына шөкөр Хоҙайға!
Ирекле хәлдә булыуым түгел минең йәндә,
Тураһын әйткәндә, ғибәҙәтхана бар, әммә....