+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2021, 13:34

Туҡыу эше онотолмай

Архангел районында II “Орловка” республика заманса туҡыу эше буйынса фестиваль-конкурсы үтте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Туҡыу эше онотолмай
Туҡыу эше онотолмай

Архангел районында II “Орловка” республика заманса туҡыу эше буйынса фестиваль-конкурсы үтте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Районыбыҙ был фестивалде үткәреү урыны итеп юҡтан ғына һайланмаған. Беҙҙә рус һәм башҡорт халыҡтарының туҡыу традициялары һаҡланған. Алыҫҡа алып ҡуйылған боронғо туҡыу станоктарын сығарып, элекке ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙә алдыҡ. Фестиваль кешеләрҙең осрашҡыһы, ижади уңыштары, киләсәккә ниәттәре менән уртаҡлашҡыһы һәм башҡаларға үҙ ижады аша шатлыҡ өләшкеһе килеүен күрһәтте, тип белдерә Архангел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Сара “Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.

 

Фото – Архангел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: