+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2021, 13:12

Гитарамы, шахматмы?

Салауат ҡалаһында Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайында 2021 – 2022 уҡыу йылында һигеҙ яңы дөйөм белем биреү программаһы асыла. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Гитарамы, шахматмы?
Гитарамы, шахматмы?

Салауат ҡалаһында Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайында 2021 – 2022 уҡыу йылында һигеҙ яңы дөйөм белем биреү программаһы асыла.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайы – 6 – 18 йәшлек ҡыҙҙар һәм малайҙар  өсөн тәғәйенләнгән ижади берләшмәләр, студиялар, художество коллективтары, спорт секциялары тупланған өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы.  

Әле бында биш йүнәлеш буйынса 60 программа тормошҡа ашырыла. Киләһе уҡыу йылында “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “25 кадр” видеостудияһы, “Скрипка”, “Минең илем тарихы”, “Зауыҡлы аксессуарҙар һәм биҙәүестәр”, “Дөйөм физик әҙерлек”, “Клавиша синтезаторы”, “Электрогитара”, “Шашка” программалары өҫтәлә, тип хәбәр итә Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: