+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2021, 11:15

Өфөлә үтәсәк саралар

25- 29 августа Өфөлә “Йәш профессионалдар” (WorldSkiIIs Russia) милли чемпионаты старт ала. Унда ҡатнашыусыларға ярыш программаһынан тыш, мәҙәни саралар ҙа ҡаралған. Был көндәрҙә баш ҡалала “Кино төнө”, дрондар шоуы үткәрелә һәм йәштәр кумиры Егор Крид сығыш яһаясаҡ. #WorldSkillsRussia #Нацфинал2021 #НацфиналУфа

Өфөлә үтәсәк саралар
Өфөлә үтәсәк саралар

Чемпионатты тантаналы асыу сараһы “Ватан” паркында 20.00 сәғәттә башлана. Коронавирусҡа бәйле бөтә саралар ҙа сикләнгән режимда үткәрелә. Чемпионатта ҡатнашыусылар ҡунаҡтарҙан айырым ултыртыла.


Тантаналы асыуға диодлы дрондар шоуы ҡаралған. Шулай уҡ Өфө тамашасылары алдында Егор Крид сығыш яһаясаҡ. Чемпионатты асыу тантанаһы байрам салюты менән тамамлана.


26 августа Өфөлә танылған яҡташыбыҙ, йырсы Земфираның тыуған көнө билдәләнә. Был көндә Ватан паркында интерактив трибьют-шоу үтәсәк. Унда ҡаланың популяр рок коллективтары яратҡан төркөмдәрҙең йырҙарын, Земфира һәм “Чайф” төркөмөнөң композицияларын башҡарасаҡ. Сара 20 сәғәттә башлана.


27 августа Мәжит Ғафури исемендәге драма театрында Шайморатов генерал спектакле буласаҡ.

 

Ә 28 августа Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы Кино төнөн үҙғара. Унда төбәк аниматорҙары төшөргән йәнһүрәттәр, прокатҡа сыҡҡан билдәле Рәсәй фильмдары күрһәтеләсәк.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: