+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Август 2021, 15:53

Ял урыны күркәмләнә

Благовар районы үҙәгендә тиҙҙән фонтан барлыҡҡа килә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ял урыны күркәмләнә
Ял урыны күркәмләнә

Благовар районы үҙәгендә тиҙҙән фонтан барлыҡҡа килә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Языково ауылындағы паркта фонтанды төҙөкләндереү эштәрен “ИМЭКС-А” подряд ойошмаһы алып бара, тип хәбәр итә  Благовар районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

– Ауылыбыҙҙың матурланыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Беҙҙә күркәм парк, балалар һәм спорт майҙаны бар, тиҙҙән фонтан да барлыҡҡа килергә тора. Ул балаларыбыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең яратҡан урынына әйләнер, – ти ауылда йәшәүселәр.

Эштәрҙе 2021 йылдың 15 сентябрендә тамамлау ҡаралған. Фонтан “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты сиктәрендә төҙөлә.

Фото –  Благовар районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: