+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2021, 10:10

Республиканың иң ҙур башҡорт ауылында – хоккей майҙаны

Ғафури районы Сәйетбаба ауылында хоккей корты төҙөлә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Республиканың иң ҙур башҡорт ауылында – хоккей майҙаны
Республиканың иң ҙур башҡорт ауылында – хоккей майҙаны

 

Ғафури районы Сәйетбаба ауылында хоккей корты төҙөлә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ауыл мәҙәниәт йорто янындағы майҙанда урын алған хоккей уйнау майҙанының үлсәме – 20х40 квадрат метр. Тирә-яғынан 1,5 метр бейеклегендә һаҡлаусы селтәр менән уратылған. Бында гандбол һәм мини-футбол уйнау өсөн ҡапҡа ҡуйырға ғына ҡалған.

– Хоккей спортын үҫтерергә ваҡыт етте, үҙебеҙҙең команданы туплайбыҙ, – тип ниәттәре менән бүлешә Сәйетбаба ауыл хакимиәте башлығы Венер Ҡунафин.

Хоккей майҙаны “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә төҙөлә.

Фото – Ғафури районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: