-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2021, 10:10

1400 ҡоролма ҡуйылған

Республика дауаханаларында һәм поликлиникаларына 1451 дана диагностика ҡоролмаһы ҡуйылған. Улар араһында 65 компьютер томографы, 19 магнит-резонанс томографы, 263 рентген аппараты, 81 маммограф, 145 флюорограф, 27 ангиограф һәм 851 УЗИ аппараты бар, тип хәбәр итә  БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

1400 ҡоролма ҡуйылған
1400 ҡоролма ҡуйылған

Республика дауаханаларында һәм поликлиникаларында 1451 дана диагностика ҡоролмаһы ҡуйылған. Улар араһында 65 компьютер томографы, 19 магнит-резонанс томографы, 263 рентген аппараты, 81 маммограф, 145 флюорограф, 27 ангиограф һәм 851 УЗИ аппараты бар, тип хәбәр итә  БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса 2019 – 2021 йылдарҙа Башҡортостан 28 дана “ауыр” техника алған.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Республика менән идара итеү үҙәге системалары ярҙамында медицина йыһаздарының һөҙөмтәле ҡулланылыуын күҙәтә. Ниндәйҙер аппарат 30 көндән ашыу тик тора икән, уны икенсе медицина учреждениеһына ебәрәләр.

 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: