Ҡаланың мәҙәни тормошо сифатын күтәреү, төрлөләндереү маҡсатында, Октябрьский ҡалаһының Милли мәҙәниәттәр үҙәге хеҙмәткәрҙәре аҙна һайын ял көндәрендә “Дуҫлыҡ” паркында төрлө саралар үткәрә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Улар араһында йога, художество плэнеры, тынлы оркестр сығышы ла бар. Йога яратыусылар күп булыуын иҫәпкә алып, үҙәк күнекмәләрҙе даими үткәрергә йыйына. Һүрәт төшөрөү көндәлек мәшәҡәттәрҙән арындыра, гүзәллек тыуҙырыу күңелде үҫтерә. Киләһе плэнер 21 авгусҡа планлаштырылған. Музыкаль кисәләр ҙә күптәрҙең күңеленә хуш килә. Оркестр дуҫтарын 15 августа йыя, тип хәбәр итә Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Саралар “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.
Фото – Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.