-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2021, 16:08

“Тиҙ экспорт ярҙамы” кәңәш бирергә әҙер

Кисә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Тиҙ экспорт ярҙамы” Әлшәй, Нуриман, Стәрлетамаҡ райондарында булды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

“Тиҙ экспорт ярҙамы” кәңәш бирергә әҙер
“Тиҙ экспорт ярҙамы” кәңәш бирергә әҙер

Кисә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Тиҙ экспорт ярҙамы” Әлшәй, Нуриман, Стәрлетамаҡ райондарында булды.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Эксперттарҙан торған өс команда 14 предприятиела булды. Эшҡыуарҙарға контрагенттар менән эш буйынса шәхси консультациялар үткәрелде. Шулай уҡ экспорт мөмкинлеген үҫтереү өсөн кәрәкле кәңәштәр бирелде.

“Тиҙ экспорт ярҙамы” 2021 йылдың февраленән эшләй. Проект сиктәрендә республиканың 140 компанияһына консультацион ярҙам күрһәтелгән.  

“Тиҙ экспорт ярҙамы” белгестәре консультацияһы кәрәк булһа, +7 (347) 246-68-16 телефоны йәки [email protected] электрон адресы буйынса Башҡортостандың экспортҡа ярҙам үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин, тип белдерә БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты.

Фото – БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: