-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2021, 14:31

Афариндар!

Екатеринбургта йәш геологтар олимпиадаһы тамамланды. Унда Рәсәй, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Беларусь, Тажикстан, Ҡырғыҙстан уҡыусылары ҡатнашты. Өфө командаһы призлы урындар яуланы. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Афариндар!
Афариндар!

Екатеринбургта йәш геологтар олимпиадаһы тамамланды. Унда Рәсәй, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Беларусь, Тажикстан, Ҡырғыҙстан уҡыусылары ҡатнашты. Өфө командаһы призлы урындар яуланы.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Биш көн буйы балалар палеонтология, геологик киҫелеш, гидрология, минералогия һәм петрография, радиометрия, геологик ҡомартҡы хаҡында яҙыу, хәүефһеҙлек техникаһы нигеҙҙәре, нефть һәм газ темаларына арналған ярыштарҙа ҡатнашты.

Башҡортостандың “Өфө-Контакт” командаһы геологик киҫелеш буйынса ярышта беренсе килде, радиометрия буйынса – алтынсы, минералогия буйынса унынсы урынды яуланы. Геологик ҡомартҡы хаҡында яҙыу буйынса ярышта команда беренсе урынды “Алтай һайыҫҡандары”, “Рубин”, Обручев исемендәге йәш геологтар клубы командаһы һәм Ярославль өлкәһенең “Йәш геологтар”ы менән бүлеште, тип белдерә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәи экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Йәш геологтарҙың бындай сараларҙа ҡатнашыуы “Экология” милли проекты ҡуйған маҡсаттарға һәм бурыстарға тап килә.

Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәи экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: