+19 °С
Облачно
Новости
10 Августа 2021, 07:48

Булгаково үҫә, матурлана

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов эш сәфәре менән Булгаково ауылында булды. Ул 825 урынлыҡ мәктәп, Цюрупа урамында автомобиль юлы, “Ынйы” физкультура-һауыҡтырыу комплексы янындағы парк төҙөлөшөн ҡараны. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Булгаково үҫә, матурланаБулгаково үҫә, матурлана
Булгаково үҫә, матурлана

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов эш сәфәре менән Булгаково ауылында булды. Ул 825 урынлыҡ мәктәп, Цюрупа урамында автомобиль юлы, “Ынйы” физкультура-һауыҡтырыу комплексы янындағы парк төҙөлөшөн ҡараны.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

– Һуңғы ике йылда ғына Өфө районында ете балалар баҡсаһы һәм биш мәктәп төҙөлдө. Булгаково өсөн бындай объекттар айырыуса әһәмиәтле. Тиҙҙән, Яңы Булгаково биҫтәһендә торлаҡ йорттар төҙөлөп бөткәс, бында халыҡ һаны 25 – 30 меңгә етәсәк, – ти Илшат Тажетдинов.

Мәктәп ”Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә төҙөлә.  Бина өс ҡатлы. Уҡыу кластарынан тыш, ике заманса спорт залы, уңайлы ашхана, медицина блогы, тантаналар һәм гимнастика залы, китапхана, шулай уҡ хәрәкәте сикләнгән уҡыусылар өсөн лифттар ҙа бар. Мәктәп ихатаһында ял итеү һәм физкультура-спорт зонаһы өсөн урын бүленгән.

Әле мәктәптә биҙәү эштәре тамамланып килә. Тиҙҙән кәрәкле технологик һәм компьютер ҡоролмалары, спорт инвентарҙары менән тәьмин итеү ниәтләнә.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Цюрупа урамында автомобиль юлы реконструкциялана.

Фото –  Өфө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас