

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Хэдхантер һәм СуперДжоб IT-компаниялары менән берлектә саралар үткәрә.
10 августа – мәшғүллек үҙәге белгестәре өсөн “Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу. Тәжрибә уртаҡлашыу”, 12 августа “Бизнес өсөн һөҙөмтәле команда” темаһына вебинарҙар көтөлә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Хеҙмәттәшлек эшһеҙ һәм эш эҙләгән граждандарға эш варианттары табыуҙа, ә эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәр һайлауҙа ярҙам итеүгә, щулай уҡ республикала хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте бөтөрөү буйынса өҫтәлмә сараларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.
Ҙур интернет-рекрутменттар спикерҙары эш эҙләүселәр, уларҙы тәҡдим итеүселәр һәм мәшғүллек үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре өсөн даими вебинарҙар үткәрә.
Вебинарҙар исемлеге менән БР мәшғүллек хеҙмәтенең интерактив порталында танышырға мөмкин. Һылтанмалар:
https://rabota.bashkortostan.ru/content/график_вебинаров_superjob
https://rabota.bashkortostan.ru/content/график_вебинаров_headhunter
Фото – БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.