+19 °С
Дождь
Новости
6 Августа 2021, 07:17

Яр буйы матурлана

Салауат ҡалаһында Ағиҙел ярын реконструкциялау дауам итә. Сәләмәт тормош рәүеше алып барыусылар был урынды яратып өлгөргән дә инде. Улар спорт менән шөғөлләнеү өсөн көн һайын ошонда йыйыла. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Яр буйы матурланаЯр буйы матурлана
Яр буйы матурлана

Салауат ҡалаһында Ағиҙел ярын реконструкциялау дауам итә. Сәләмәт тормош рәүеше алып барыусылар был урынды яратып өлгөргән дә инде. Улар спорт менән шөғөлләнеү өсөн көн һайын ошонда йыйыла.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Әле урам тренажерҙары ҡуйылған, резина япма йәйелгән. Ер эштәре башҡарылған, инженер селтәрҙәре үткәрелгән. Стационар булмаған сауҙа объекттары өсөн урындар әҙерләнә, тип хәбәр итә Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Эштәр графикка ярашлы алып барыла. Подрядсы һәм проектлаусылар менән даими бәйләнештәбеҙ, килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итәбеҙ. Тиҙҙән яр буйы һәр кемде саҡырып торған үҙәккә әйләнер”, – ти Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов.

Эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә алып барыла.

Фото – Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас