Республикала сүп-сарҙы айырым йыйыуға әҙерлек бара. “Эко-Сити” төбәк операторы Стәрлетамаҡтың “Алтын балыҡ” 90-сы балалар баҡсаһына төҫлө контейнерҙар бүләк итте. Улар “Таҙа планета” республика семинары һәм ҡаланың “Көньяҡ” биҫтәһендәге балалар баҡсаларында тәрбиәләнгән балаларға эко-дәрес үткәрҙе.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Кескәйҙәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу маҡсатында, сара ике өлөшкә бүлеп үткәрелде, тип хәбәр итә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте. Тәүҙә тәрбиәселәр сүп-сарҙы икенсегә ҡулланыу мөмкинлеге тураһында һөйләне, артабан әкиәт геройы ярҙамында бәләкәстәр ҡалдыҡтарҙы айырым йыйырға өйрәнде.
“Эко-Сити” ойошмаһының матбуғат секретары Кристина Кузнецова һүҙҙәренсә, төбәк операторының мәктәп уҡыусылары менән дәрестәр үткәреү тәжрибәһе бар, бәләкәс балалар менән был эш тәүгә ойошторола.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу буйынса эҙмә-эҙлекле эштәр алып барыла. Белем биреү ойошмаларында республика ҡаҙнаһынан махсус контейнерҙар ҡуйыла. Был эштәр “Экология” милли проекты ҡуйған маҡсаттарға һәм бурыстарға тулыһынса тап килә.
Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.