+7 °С
Ясно
Новости
4 Августа 2021, 06:48

Мәскәү тамашасылары “Дон Кихот” ты йылы ҡабул итте

Мәскәүҙең Ҙур театрында,  Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов постановкаһында “Дон Кихот” операһының премьераһы булды. Тарихи сәхнәлә башҡорт опера сәнғәте йондоҙҙарының  сығышын баш ҡала тамашасалары бик йылы ҡаршы алды.

Мәскәү тамашасылары “Дон Кихот” ты йылы ҡабул иттеМәскәү тамашасылары “Дон Кихот” ты йылы ҡабул итте
Мәскәү тамашасылары “Дон Кихот” ты йылы ҡабул итте

Мәскәүҙең Ҙур театрында,  Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов постановкаһында “Дон Кихот” операһының премьераһы булды. Тарихи сәхнәлә башҡорт опера сәнғәте йондоҙҙарының  сығышын баш ҡала тамашасалары бик йылы ҡаршы алды.

Мәскәүҙәге тамашаны республика хөкүмәте премьер- министры Андрей Назаров  ҡараны.  Постановканың дирижеры, Башҡортостандың халыҡ артисы,”Алтын маска”  Рәсәй милли театрҙар премияһы лауреаты Артем Макаров, рәссаме - Бөтә Рәсәй һәм халыҡ –ара конкурстар лауреаты Иван Складчиков .

- Беҙ йыл һайын илдең Ҙур театрында  республика опера сәнғәтенең иң яҡшы өлгөләрен алып киләбеҙ. Былтыр Илдар Абдразаҡов менән “Аттила” операһы булғайны, Быйыл “Дон Кихот”. Был Мәскәү тамашасыларына үҙебеҙҙе танытыу өсөн яҡшы мөмкинлек. Сөнки Башҡортостан тейешенсә баһаланмаған тип уйлайым.Ләкин  Рәсәйҙә уны  тәрән мәҙәниәтле,  киң мөмкинлекле төбәк тип беләләр.Шуға күрә республиканың төрлө йүнәлештә абруйын күтәреү өсөн төрлө эштәр алып барабыҙ. Был тәңгәлдә иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе - мәҙәниәт, - тине Андрей Назаров.

Ел тирмәндәренә ҡаршы көрәшеүсе Дон Кихоттың Дульсинеяға мөхәббәте тураһында спектакль, опера басы Асҡар Абдразаҡовтың дебют эше. Шулай уҡ ул төп партияларҙың береһен башҡарҙы.

-Мәскәүгә гастролдәр, илдең төп сәхнәһендә сығыш яһау бер юлы шатлыҡ та, яуаплылыҡ та. Гастролдәр республика хөкүмәтенең ярҙамы менән ойошторолдо. Ҙур театрҙа сығыш яһау, Мәскәү тамашасыларына “Дон Кихот” спектаклен күрһәтеү мөмкинлеге  өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас