Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан предприятиелар араһында “Иң яҡшы белем биреү тәжрибәләре” конкурсына йомғаҡ яһалды.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса “ОЗНА-Инжиниринг фәнни-етештереү предприятиеһы” еңеүсе тип билдәләнде. Икенсе урынды – “Нефтекама яһалма күн етештереү берләшмәһе”, өсөнсө урынды “Благовещен арматура заводы” яуланы.
Иң яҡшы тәжрибәләрҙе билдәләгәндә һөҙөмтәлелек, уникаллек, тәжрибәне таратыу мөмкинлектәре иҫәпкә алынды, тип билдәләй БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото – БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.