-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2021, 12:27

“Байыҡ” конкурсы иң- иңдәрҙе билдәләне

Өфөлә “Байыҡ” балалар телевизион конкурсының финалы үтте. Гала- концертта 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге  балалар сығыш яһаны. Пандемияға бәйле, һайлап алыу туры онлайн форматта үтһә лә, уның ҡатнашыу географияһы бик киң булды. Бейеү бәйгеһенең еңеүселәре төрлө номинацияларҙа билдәләнде.

“Байыҡ” конкурсы иң- иңдәрҙе билдәләне
“Байыҡ” конкурсы иң- иңдәрҙе билдәләне

Өфөлә “Байыҡ” балалар телевизион конкурсының финалы үтте. Гала- концертта 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге  балалар сығыш яһаны. Пандемияға бәйле, һайлап алыу туры онлайн форматта үтһә лә, уның ҡатнашыу географияһы бик киң булды. Бейеү бәйгеһенең еңеүселәре төрлө номинацияларҙа билдәләнде.

Гала концертта ҡатнашыусылар даирәһе бик киң булып, унда республика төбәктәренән генә түгел, ә Рәсәй ҡалаларынан да килделәр. Прооекттың авторы  Рита Өмөтбаева билдәләүенсә, 14 йыл эсендә был фестиваль халыҡ-ара кимәлгә күтәрелде.

“Байыҡ” конкурсының ҡатнашыусылары араһында төрлө йылдарҙа Ирландия, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Украина, Чечня, Ҡабарҙы- Балкар республикалары,башҡа ил һәм төбәк вәкилдәре сығыш яһаны.

Быйыл Гала- концертта  300 бала ҡатнашты. Улар араһында ситтән Ханты- Мансы автономиялы округының Сорғот ҡалаһынан килгән “Шатлыҡ” ансамбле лә булды.

- Тәүге тапҡыр “Байыҡ”та 2018 йылда, ансамблдең бәләкәй составы менән сығыш яһаныҡ. Беҙҙең өсөн был мөһим конкурс. Сөнки унда ҡатнашҡандан һуң балалар үҙҙәренең мәҙәниәте, тарихы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай,- тип фекерҙәре менән бүлеште ансамблдең етәксеһе һәм балетмейстеры Лира Шәрифуллина.

Быйыл конкурстың  “Соло” номинацияһында Белорет районынан Илвир Мырҙағәлин “Маршрут” бейеүе, Ейәнсура районынан Динияр Сәйфуллин һәм Руслан Юлдыбаев “Дуэт” номинациһында “Рекрут” бейеүе менән  еңеүсе булды. Ә  ансамблдәр араһында Гран- при Әбйәлил районынан “Алтынай”, Учалы ҡалаһынан студия “Уралтау”, Күгәрсен районынан “Гөрләүек” ансамбле билдәләнде. “Иң яҡшы  йыл етәксеһе” тип Учалынан Азат Буранбаев танылды.

Концертта Дәүләт- Йыйылышы- Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова ла ҡатнашты һәм балаларҙың сығышына, ижади потенциалын үҫтереүгә  юғары баһа бирҙе.

Автор: Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас