+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2021, 18:55

VI Бөтә донъя фольклориада байрамы асылды

Өфөнөң “Боҙ- арена” һарайында VI Бөтә донъя Фольклориада байрамы асылды. Хәбәр итеүебеҙсә, халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашыу өсөн республикаға 37 илдән коллективтар килде. Фольклориаданы асыу сараһы өс, башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә алып барылды. CIOFF®️  фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәттәр ойошмаларының халыҡ- ара советы президенты Филипп Боссан ҡатнашыусыларҙы башҡорт телендә лә сәләмләне.

Боҙ-арена һарайындағы тамаша ғәжәйеп матур, күҙҙең яуын алырлыҡ лазер шоу менән башланды. Башҡорт халҡының тарихына арналған театрлаштырылған тамаша шоу менән бергә үрелеп барҙы һәм залда ултырыусыларҙы хайран итте.

Уның йөкмәткеһендә дейеүҙәргә ҡаршы көрәшкән Урал батыр образы ла, Самрау ҡош та, Һомай ҙа, халҡыбыҙҙың уникаль сармат алтыны ла, халыҡ ижады менән үрелеп барған концерт номерҙары ла, республикаға килгән сит ил ҡунаҡтарына Башҡортостан образын бирә алды.

Ҡунаҡтарҙы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау адресы һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.

Фольклориадаға килгән коллективтар ҡыҙыл келәм аша үтте. Уларҙы ингән ерҙән үк сәләмләп ҡаршы алдылар. Боҙ арена һарайына сит ил ҡунаҡтары һәм саҡырылған ҡунаҡтар ғына индерелде. Был иһә пандемияға бәйле хәүефһеҙлек сараларына бәйле. Уның ҡарауы мауыҡтырғыс тамашаны тура эфирҙа күҙәтергә мөмкин булды Башҡортостан юлдаш телевидениеһы бөтә сараларҙы тура эфирҙа күрһәтәсәк. Бынан тыш фольклориада мәғлүмәттәрен  мобиль гид аша күҙәтеп барырға мөмкин. https://folkloriada.online.

Шулай уҡ форумдың үҙ сайты бар: https://folkloriada2021.com/  

Читайте нас: