Башҡортостанда күптән көтөлгән фольклориадаға старт бирелде. Бөгөн Өфө “Боҙ- арена” һарайында 17 сәғәттә байрамды тантаналы асыу сараһы башлана. Уны тура эфирҙа Башҡортостан Юлдаш каналы, “Башҡортостан- 24”, Фольклориада https://folkloriada2021.com/ сайтында ҡарарға мөмкин.
Шулай уҡ фан- зоналар Өфөнөң “Волна”, “Первомайский”, “Демский” парктарында ойоштораласаҡ. Республика халҡы халыҡ- ара кимәлдә үткәреләсәк сараның шаһиттәре буласаҡ.
VI Бөтә Донъя Фольклориада сараһына ҡағылған бөтә мәғлүмәттәрҙе түбәндәге һылтанма буйынса мобил гидта ҡарап барырға була. https://folkloriada.online.
Фольклориаданы асыу тантанаһы, 3 июлдә, Өфө “Боҙ-арена” һарайында 17 сәғәттә башлана.