+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2021, 14:17

Йүнселдәр берҙе биш итә

Наилә Сәғәҙиева үткән йылдың авгусында Красноусол ауылында кейем тегеү ательеһы аса. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә уға республика ҡаҙнаһы иҫәбенән 200 мең һум субсидия бирелә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Наилә Сәғәҙиева үткән йылдың авгусында Красноусол ауылында кейем тегеү ательеһы аса. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә уға республика ҡаҙнаһы иҫәбенән 200 мең һум субсидия бирелә.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
– Асылғандан һуң тәүге бер нисә ай дауамында ателье эшмәкәрлегенән килем ҙур булманы. Субсидия аҡсаһына яңы ҡоролмалар алдыҡ һәм сериялы әйберҙәр тегә башланыҡ. 2021 йылдың июнендә Wildberries сайты менән килешеү төҙөнөк, тәүге тауарҙарыбыҙҙы унда табырға мөмкин дә инде, – ти Наилә Әмир ҡыҙы.
Ғафури районында йәшәгәндәргә шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам саралары хаҡында 8 (34740) 2-10-39, 2-14-06 телефондары буйынса белергә мөмкин, тип хәбәр итә Ғафури районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Фото – Ғафури районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: