+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2021, 08:30

Руль артында иҫен юғалтҡан, тип фаразлайҙар

Фажиғә тәү ҡарамаҡҡа көтөлмәгәндә һәм бер сәбәпһеҙ килеп сыҡҡан кеүек.

Фажиғә тәү ҡарамаҡҡа көтөлмәгәндә һәм бер сәбәпһеҙ килеп сыҡҡан кеүек.
Өфө – Ырымбур юлының 96-сы саҡрымында «Тойота RAV4» еңел автомобиле юл ситендә туҡтап торған “Scania” йөк машинаһына бәрелә. Фажиғә һөҙөмтәһендә 77 йәшлек водитель һәм 11 йәшлек пассажир авария урынында һәләк була. 73 һәм 15 йәшлек ике пассажир тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.
Тикшереү органдары хеҙмәткәрҙәре фараз итеүенсә, водитель иҫтән яҙа һәм машина менән идараны юғалта.
Әле тәфтиш комитеты тикшереү алып бара.
Читайте нас: