-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2021, 14:24

Рәсәй курорттарында ла туристарға талаптар көсәйтелә

Беренсе июлдән Краснодар крайында ял итергә теләгән кешеләр өсөн яңы тәртип индерелә.Төбәктең оператив штабы хәбәр итеүенсә, курорт зоналарында урынлашҡан ҡунаҡханаларҙа ял итеү өсөн коронавирустан прививка сертификаты йәки ПЦР-тест талап ителәсәк. Уны эшләтеү ваҡыты 72 сәғәттән дә һуң булмаҫҡа тейеш.

Әгәр ҙә туристың вакцинацияһы юҡ икән, уны кире ҡаҡтарыу хаҡында медицина справкаһы, ПЦР- тесты мотлаҡ булырға тейеш, ти белгестәр.
Ошо уҡ документтарҙы шифаханаларға урынлашҡан ваҡытта ла талап итәсәктәр.
Ә беренсе августан вакцинация тураһындағы сертификат мотлаҡ буласаҡ.
Шуның арҡаһында Краснодар крайына туристар һанының кәмеүе лә ихтимал. Бынан төбәк яҡынса 40 миллиард һумдан 50 миллиард һум аҡса юғалтыуы мөмкин. Сөнки июль – август айҙарында туристарға сикләүҙәр үҙ көсөнә инә.
Ошо арауыҡта крайға 6 миллион ярым турист барырға йыйынған. Барлығы 50 миллиард һумлыҡ путевка һатылған.
фото mvestnik.ru сайтынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: