0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2021, 09:00

Мелиорацияға иғтибар артасаҡ

Кисә Президент Владимир Путин тура эфирҙа халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.

Кисә Президент Владимир Путин тура эфирҙа халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.
Эфир 3 сәғәт 42 минут барҙы, ошо ваҡыт эсендә ил башлығы 68 һорауға яуап бирҙе, ә йәмғеһе кол-үҙәккә 2,2 млн мөрәжәғәт килде, тип яҙа “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы.
Башҡортостандан: “Республика ҡоролоҡтан ҙур зыян күрә, элек баҫыуҙар һуғарыла ине, хәҙер был ҙур проблема. Ҡасан мелиорация булыр икән?” – тигән һорау яңғыраны.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы был темаға ҡағылышлы Республика Башлығы Радий Хәбировтың фекерен бирҙе.
Унда, 2021 йылда Башҡортостанда 2,5 млн гектарҙа иген културалары сәселде, һауа торошона бәйле 300 мең гектар зыян күрҙе, шуларҙың 150 мең гектарында культуралар бөтөнләй юҡҡа сыҡты, ҡоролоҡ 33 районда күҙәтелә, бигерәк тә ул Урал аръяғына көслө, тиелә.
“Биш миллион тонна уңыш көтһәк тә, ул ике миллион тоннанан да артыҡ булмаҫ, тип уйлайбыҙ. Ил Президенты Владимир Путин тура бәйләнеш барышында билдәләгәнсә, бындай хәлде булдырмау өсөн беҙгә мелиорация системаларын үҫтерергә кәрәк. Республикала 40 мең гектарға 175 һуғарыу системаһы бар, әммә улар 90 процентҡа иҫкергән. Был система 1970-1980 йылдарҙа төҙөлгән. Мәсьәләне хәл итеү юлы бар, 2022 йылдың 1 ғинуарынан дәүләт программаһы ғәмәлгә инә. Унда ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн мелиорация системаларын төҙөүгә тотонған сығымдарҙың яртыһын субсидиялау ҡарала.
Был – федераль программа. Унда беҙ әүҙем ҡатнашырға уйлайбыҙ, һәм 2030 йылға Башҡортостанда һуғарылған ерҙәр майҙанын 100 мең гектарға еткереү бурысын ҡуябыҙ.
Инвестициялар йәлеп итеү – ул киң мөмкинлектәр асҡан икенсе йүнәлеш. Баймаҡ районында инвестор мелиорация системаһын проектлай. Ошо рәүешле ҡоролоҡҡа бәйле проблемаларҙың бер өлөшөн хәл итеүгә иҫәп тотабыҙ. Шул уҡ ваҡытта мелиорация системаларының эше биләмәләрҙә һыуға ҡытлыҡ тыуҙырмаҫҡа, халыҡҡа зыян килтермәҫкә тейеш”, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров, тип яҙа мәғлүмәт агентлығы.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: