+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2021, 14:50

Мәҙәниәткә иғтибар ҙур

Ҡариҙел районы Яугилде ауылында күп функциялы мәҙәниәт йорто һалына. Ул 150 урынға иҫәпләнгән. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ҡариҙел районы Яугилде ауылында күп функциялы мәҙәниәт йорто һалына. Ул 150 урынға иҫәпләнгән.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Күп функциялы мәҙәниәт йорто “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә төҙөлә, “Республика адреслы инвестиция программаһы” буйынса финанслана.
Әле ҡыйығы ябылған, алғы йөҙө биҙәлә, инженер селтәрҙәре, йылытыу системаһы монтажланған, объектта эске биҙәү эштәре бара. Көҙгө, кәнәфи, һанлы пианино, синтезатор, музыкаль үҙәк, һыу йылытҡыс, хореография станогы, спорт һәм көнкүреш ҡоролмалары алыуға аукциондар тамам, тип белдерә Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Фото – Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: