Коронавирус үткәргәндән һуң ҡаҡшаған сәләмәтлекте нисек һәйбәтләргә? Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов ковид кисереүселәрҙе реабилитациялауҙың республикала нисек ҡуйылыуы тураһында һөйләне.
“Коронавирус инфекцияһын үткәргән кешеләр Республика табип-физкультура диспансерына реабилитацияға йүнәлтмә алырға мөмкин. Ул Өфө ҡалаһында урынлашҡан. Реабилитация көндөҙгө стационар шарттарында уҙа. Бының өсөн үҙегеҙ теркәлгән медицина ойошмаһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Беҙ шулай уҡ коронавирус менән сирләгәндәргә тәрәнәйтелгән диспансеризация үткәрәбеҙ. Ул хроник ауырыуҙарҙы, инфекциянан һуң өҙлөгөүҙәрҙе асыҡларға ярҙам итәсәк. Диспансеризациянан һуң һәр кем өсөн дауалау планы һәм медицина реабилитациялауы программаһы төҙөлә. Әгәр реабилитация медицина күрһәткестәре буйынса кәрәк икән, ул бушлай буласаҡ”, – тине министр урынбаҫары. Тәрәнәйтелгән диспансеризация бөгөн, 1 июлдән, башлана.
Фото "Башинформ"дан алынды.