Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 30 июнгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 41 352-гә еткән. Аҙаҡҡы тәүлектә ауырыуҙар 156-ға артҡан. Кисә был һан – 143, өсөнсө көн 133 ине.
Әле стационарҙа ятыусылар – 305. Ауыр хәлдәгеләр – 35, бишәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 1 617.
Тәүлек эсендә 197 кеше, сирҙән ҡотолоп, дауахананан сыҡҡан. Һауығыусылар йәмғеһе – 38 835.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә афәт алты яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙгән. Республикала коронавирус ҡорбандары 600-гә яҡынлашты, анығыраҡ әйтһәк, – 595.
Күреүегеҙсә, вирус йоҡтороусылар ҙа, дауаханаға эләгеүселәр ҙә, ауыр хәлдәгеләр ҙә көндән-көн күбәйә бара. Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, дуҫтарыбыҙ!