Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин менән тура эфир барышында, яңы уҡыу йылының нисек башланасағы хаҡында һорау бирелде. Быға Башҡортостандың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин да үҙ фекерен белдерҙе. Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, республикала яңы уҡыу йылы традицион формала башланыр тип күҙаллана.
Уҙған йыл күрһәтеүенсә, хатта пандемия шарттарында ла уҡыу процессы санитар-эпидемиологик нормалар һәм ҡағиҙәләргә ярашлы алып барылған.
- Белем көнөндә уҡыусылар парта артына ултырырҙар тигән ыщаныс бар. Өҫтәмә рәүештә әйтеп китергә теләйем, йәй осоронда колледж- техникумдарҙа, юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү комиссияһы эшләй башланы. Әммә вирустан һаҡланыу маҡсатында бөтә документтарҙы онлайн, электрон сервистар аша ҡабул итеү тәҡдим ителгән. Республикала был процедуралар электән индерелгән һәм бик уңышлы алып барыла.