-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2021, 22:56

Президент ковидтан мотлаҡ вакцинацияға ҡаршы булыуын белдерҙе

Владимир Путин бөгөнгө “Тура линия” барышында вакцинациялауға ҡағылышлы һорауҙарға ла яуап бирҙе. Ул коронавирустан мотлаҡ вакцинацияға ҡаршы булыуын белдерҙе.

Владимир Путин бөгөнгө “Тура линия” барышында вакцинациялауға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе. Ул коронавирустан мотлаҡ вакцинацияға ҡаршы булыуын белдерҙе. Президент халыҡты иммунлы яҡлау тураһындағы 1998 йылғы законға иғтибарға итергә тәҡдим итте. Ул ике өлөштән тора. Тәүгеһе – дөйөм милли прививкалар календары, улар мотлаҡ, тип хәтергә төшөрөп үтте Президент. Ковидҡа ҡаршы прививкаларҙы ошо календарға индереү хаҡында тәҡдимдәр булған, әммә депутаттар уларҙы хупламаған. Шуға күрә был прививка календарға кермәгән.
Шул уҡ ваҡытта закондың икенсе өлөшөндә "илдең айырым төбәктәрендә сир күтәрелгән осраҡта, санитар табиптарҙың тәҡдиме буйынса, төбәк етәкселәренең айырым категория граждандар, бигерәк тә хәүеф төркөмөндәгеләр өсөн мотлаҡ вакцинация индерергә хоҡуҡлы булыуы" тураһында һүҙ бара. Ҡайһы бер төбәк башлыҡтары, закондың ошо нормаһынан файҙаланып, хәүеф төркөмөндәгеләр өсөн мотлаҡ вакцинация индерҙе лә. Был 1998 йылдан бирле ғәмәлдә булған закон сиктәрендә эшләнде.
Дөйөм Рәсәй локдаунына килгәндә иһә, властарҙың тырышлығы уға юл ҡуймауға, предприятиеларҙы – бөлгөнлөктән, халыҡты табыштары кәмеүҙән ҡурсалауға йүнәлтелгән, тине Путин. Был хәл булмаһын өсөн, ҡайһы бер төбәктәрҙә айырым категория граждандар өсөн мотлаҡ вакцинация индерҙеләр.
Фото РФ Президенты сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: