Башҡортостанда ковид-койкалар 92 процентҡа тулған. Был турала коронавирус таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
Ул ковид менән сирләү күрһәткесе буйынса республикабыҙҙың илдә 82-се урында булыуын, әммә вирус йоҡтороусыларҙың яйлап арта барыуы һағайтыуын билдәләне.
“Аҙаҡҡы аҙнала коронавирус йоҡтороусылар тәүлегенә уртаса 16 процентҡа артты. Пневмония менән сирләүселәр 25 процентҡа күбәйҙе. Йоғошло ауырыуҙар өсөн тәғәйен 1980 койка 92 процентҡа тулы”, – тине Максим Забелин. Өҫтәмә рәүештә 250 ковид-койка бүленгән, 1 июлдә тағы ла шунса урын булдырыласаҡ.
“Рәсәйҙең ҙур төбәктәрендә беҙ коронавирус менән ауырыусыларҙың һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унан үлеү осраҡтарының ныҡлап артыуын күрәбеҙ, – тине министр. – Хәлде фажиғәләштерергә теләмәйбеҙ, ләкин төрлө варианттарға әҙер булырға кәрәк".
Фото "Башинформ"дан алынды.