+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2021, 14:33

“Иман” яңы кибеттәр аса

Саҡмағош районында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү эше әүҙем үҫешә. “Иман” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы 2019 йылдан эшләй. Унда 23 пайсы иҫәпләнә, 3 эш урыны булдырылған.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Саҡмағош районында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү эше әүҙем үҫешә. “Иман” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы 2019 йылдан эшләй. Унда 23 пайсы иҫәпләнә, 3 эш урыны булдырылған.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Кооператив “Ауыл хужалығы ҡулланыусы кооперативтарына берләшеү буйынса граждандар башланғысына нигеҙләнгән килем килтереүсе проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ауыл хужалығы ҡулланыусы кооперативтарын үҫтереү” программаһында ҡатнаша һәм 2,9 миллион һум грант ала.
“Иман” кооперативы Яңы Балаҡ ауылында клуб бинаһында урын арендалай. Бында пайсылар менән ремонт эштәре башҡарылған.
Грант аҡсаһына рефрижератор йөк автомобиле, йәшелсә-емеш эшкәртеү ҡоролмалары, һыуытҡыс, туңдырғыс алалар.
2020 йылдың йәйендә йәшелсә эшкәртә, шулай уҡ ит ярымфабрикаттары етештерә башлайҙар. Ауылда кооператив продукцияһы һатылған кибет тә асыла. 18 июндә кооператив Саҡмағош ауылында магазин асты, унда шулай уҡ үҙҙәре етештергән һәм райондың фермер хужалыҡтары продукцияһы һатыла, тип хәбәр итә Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Дәүләт ярҙамы ауыл эшҡыуарҙарында иртәгәһе көнгә ышаныс уята, баҙарға урындағы продукцияны сығарырға ярҙам итә, ти кооператив рәйесе Зөлфиә Нурлығаянова.
Фото – Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: