+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2021, 08:55

Башҡорт ҡыҙҙары – еңеүсе

Хакасия Республикаһында 30-сы тапҡыр үткән «От ыры» — «Ут йыры» Бөтә Рәсәй этник эстрада конкурсында Башҡортостандан “Хазина” төркөмө беренсе дәрәжә лауреат исемен алды.

Хакасия Республикаһында 30-сы тапҡыр үткән «От ыры» — «Ут йыры» Бөтә Рәсәй этник эстрада конкурсында Башҡортостандан “Хазина” төркөмө беренсе дәрәжә лауреат исемен алды.
Коллективты Земфира Рәшитова етәкләй. Шуны ла билдәләргә кәрәк: этно-төркөм конкурста ситтән тороп ҡатнашты.
2020 йыл башында ойошторолған “Хазина” – бик үҙенсәлекле этно-проект. Унда тик ҡыҙҙар ҡатнаша. Земфира Рәшитова үҙе ҡурай тарта һәм йырлай, ҡумыҙҙа – Зәлиә Нурлы, ҡыл-ҡубыҙҙа – Зәлиә Ғәниәтуллина менән Наилә Биктимерова, думбырала Гөлназ Нафиҡова уйнай. Ансамбелдең репертуарына бик һирәк осраған милли моңдар һәм йырҙар ингән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: