Шул уҡ ваҡытта Башгидрометүҙәк белгестәре, алдағы көндәрҙә республикала йән сығарыр эҫе баҫыла төшә, тип фаразлай.
Бөгөн иһә һауа температураһы урыны менән 38 градусҡа тиклем күтәрелә. Төндә плюс 16 – 21 градус көтөлә.
“1-2 июлдә республика биләмәләре аша һыуыҡ фронттың үтеүенә бәйле, урыны менән йәшенле көслө ямғыр, борсаҡ яуыуы, дауыл күтәрелеүе ихтимал”, - тип белдерелә Башгидрометүҙәк биргән мәғлүмәттә.
Һауа температураһы түбәнәйә, тик күпкә түге – 27 – 32 градус булыр тип көтөлә.