+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2021, 09:15

14.00 сәғәттә тура эфир башлана

Бөгөн Президент Владимир Путин тура эфирҙа халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирә.

Бөгөн Президент Владимир Путин тура эфирҙа халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирә.
Был – ил етәксеһе үткәргән 18-се шундай һөйләшеү. Эфир Мәскәү ваҡыты менән 12.00 сәғәттә башлана. Уны "Беренсе канал", "Рәсәй 1", "Рәсәй 24", "НТВ", "ОТР", "Мир" телеканалдарында ҡарарға, "Маяк", "Вести FM" һәм "Рәсәй радиоһы" радио тулҡындарында тыңларға мөмкин буласаҡ.
Ошондай форматта халыҡ менән тәүге тапҡыр аралашыу 2001 йылдың 24 декабрендә үтә. Дәүләт башлығына барлығы 400 мең һорау килә. 2,5 сәғәт барған бәйләнештә ул 46 һорауға яуап биреп өлгөрә. Ә 2002 йылда үткән эфирҙа Рәсәй халҡы Президентҡа 1,5 миллионға яҡын һорау ебәрә.
2020 йылда, пандемияға бәйле, Кремль айырым тура эфир ойошторманы, Владимир Путин халыҡ биргән һорауҙарға декабрҙә үткән ҙур матбуғат конференцияһында яуап бирҙе, тип яҙа “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: