Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре, дин әһелдәре һәм журналистар ҡатнашлығында вакцинациялау темаһына арналған түңәрәк өҫтәл булып үтте.
Әңгәмәне асып, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин бөгөнгө көндә Башҡортостанда вакцинациялау барышы тураһында һөйләне.
Дин тотоусылар араһында прививка яһатыуға ҡағылышлы күп һорауҙар, икеләнеү-шикләнеүҙәр булыуы билдәләп кителде. Республикалағы барлыҡ дини конфессиялар вәкилдәренең ҡарашы табиптарҙың фекере менән ауаздаш: мәкерле вирусты тик прививка ярҙамында еңеп була.
– Ғүмер ул – Хоҙай бүләге, һәм уның тураһында ҡайғыртырға тейешбеҙ, – тине Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон. – Вакцинация – коронавирус пандемияһын еңеүҙең берҙән-бер юлы. Шуға күрә мин прививка яһаттым. Уны республика руханиҙарының күпселеге эшләтте. Дин тотоусыларҙы беҙҙең өлгөгә эйәрергә саҡырабыҙ!
Уның һүҙҙәрен Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур Бирғәлин, мөфтөй Мөхәммәт Таджетдинов, Башҡортостандың баш раввины Дан Кричевский ҡеүәтләне. Дин әһелдәренең ғибәҙәтханаларҙа күсмә вакцинациялау пункттары ойоштороу хаҡындағы тәҡдимен һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин хуплап ҡабул итте.
Министрлыҡ вәкилдәре журналистарҙың көнүҙәк мәсьәлә – вакцинациялау хаҡындағы бихисап һорауҙарына яуап бирҙе.
29 июнь мәғлүмәттәре буйынса, республикаға коронавирусҡа ҡаршы йәмғеһе 600 мең доза вакцина килгән. Препараттың тәүге өлөшөн 531 мең кеше яһатҡан, икенсе өлөшөн яһатыусылар – 371 мең. Коллектив иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн, республика халҡының кәмендә 60 процентының прививкалы булыуы мөһим.