0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2021, 09:00

Һунар мылтығы – тик 21 йәш тулғас

Май айында булған Ҡаҙан ваҡиғаһы барыбыҙҙы ла тетрәндергәйне. 19 йәшлек Илназ Ғәләев законлы һатып алған, үҙ исеменә теркәгән ҡорал менән бер ғәйепһеҙ балалар ғүмерен ҡыйҙы.

Май айында булған Ҡаҙан ваҡиғаһы барыбыҙҙы ла тетрәндергәйне. 19 йәшлек Илназ Ғәләев законлы һатып алған, үҙ исеменә теркәгән ҡорал менән бер ғәйепһеҙ балалар ғүмерен ҡыйҙы.
Ошо хәлдән һуң һәр тарафтан, ҡорал һатып алыу йәшен күтәрергә кәрәк, тигән тәҡдимдар яңғыраны. Һәм бына, ниһайәт, Президент Владимир Путин “Ҡорал тураһында” ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта документ хоҡуҡи мәғлүмәттәр интернет-порталында урынлаштырылған.
Бынан ары тик 21 йәше тулғандар ғына ҡорал һатып алырға хоҡуҡлы. Ташлама аҙ һанлы ерле халыҡтарға (төньяҡ халыҡтары), һөнәре һунар булған кешеләргә һәм махсус органдар хеҙмәткәрҙәренә ҡаралған. Атыу спорты менән шөғөлләнгәндәр ҙә 18 йәштән шыма көбәкле мылтыҡ һатып алыу хоҡуғына эйә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: