+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2021, 11:18

Фольклориадала медицина хәүефһеҙлегенә айырым иғтибар биреләсәк

Фестиваль ваҡытында медицина хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһе айырым контролдә тора.

Өфөлә 3 июлдән 10 июлгә тиклем үтәсәк Фольклориадаға 39 ил үҙ вәкилдәрен ебәрә, уларҙан 1163 ҡунаҡ киләсәк. Фестиваль программаһы Өфөлә, шулай уҡ 22 муниципаль берәмектә уҙасаҡ. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова билдәләп үтте.
Ҡунаҡтар Мәскәүҙән Өфөгә һәм Өфөнән Мәскәүгә чартер рейстар менән осасаҡ. Республика буйлап уларҙы туристик класлы автобустарҙа “Башавтотранс” йөрөтәсәк. Һәр коллективтың айырым автобусы буласаҡ.
“Радуга” шифаханаһында 200 урынлыҡ обсерватор булдырылған. Үҙҙәрен насар тойоусылар асыҡланған осраҡтар өсөн регламент эшләнгән. Дөйөм алғанда, Башҡортостанға килгән ҡунаҡтар даими күҙәтеү аҫтында буласаҡ. Өфө амфитеатрына концерттарға температураны үлсәп, битлектә генә индерәсәктәр.
“Әлеге мәлдә сара ваҡытында медицина хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһе айырым контролдә тора. Сит ил ҡунаҡтары Рәсәйгә килгәнсе үк ПЦР анализы эшләргә тейеш. Аэропортҡа ингән урында тикшереү буласаҡ. Бынан тыш, Рәсәйгә килгәс шулай уҡ ПЦР тестары яһаласаҡ. Сир йоҡторған кеше асыҡланһа, фольклориадала тотош коллектив ҡатнашмаясаҡ”, – тине Әминә Шафиҡова.
Фольклориаданы әҙерләүгә һәм үткәреүгә өс мең тирәһе кеше йәлеп ителгән. 603 киң мәғлүмәт сараһынан заявка килгән, шуларҙың һигеҙе – сит илдән, 52-һе – федераль мәғлүмәт саралары.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: