+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2021, 08:20

100 мең һум стипендия алырға мөмкин буласаҡ

Башҡортостанда дүрт уҡыусы ике һәм унан күберәк фәндәрҙән 100 балл алған, ә 89-ы бер предметты йөҙ балға яҙған.

Башҡортостанда дүрт уҡыусы ике һәм унан да күберәк фәндәрҙән 100 балл алған, ә 89-ы бер предметты йөҙ балға яҙған.
Берҙәм дәүләт имтихандарының тулы һөҙөмтәләре иһә тик 8 июлдә генә билдәле була.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә Мәғариф һәм фән министрлығына йөҙ балл алған сығарылыш уҡыусылары республика юғары уҡыу йорттарына ингән осраҡта, уларҙы дәртләндереү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.
«Һәләтле йәштәрҙе үҙебеҙҙә ҡалдырырға теләр инек, — тине республика етәксеһе. – Матди дәртләндереү системаһын уйлағыҙ. Бының 100 мең һумдан башлап өҫтәмә йыллыҡ гранттар булыуы мөмкин. Аҡсаны иҫәпләрбеҙ, бәлки, күберәк бирербеҙ».
Ул мәсьәләне оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ҡушты, сөнки илдең башҡа уҡыу йорттары абитуриенттарға «һунар башлаған» да инде.
Читайте нас: