+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь 2021, 09:40

Йәшен атҡан

Ҡыҫҡа ваҡытлы һәм көслө йәшенле ямғырҙар – быйылғы эҫе көндәрҙең юлдашы.

Ҡыҫҡа ваҡытлы һәм көслө йәшенле ямғырҙар – быйылғы эҫе көндәрҙең юлдашы.
Тәбиғәттең ошо үҙенсәлегенә бәйле кисә Ауырғазы районының Кесе Нуғаҙаҡ ауылы янында фажиғәле хәл теркәлгән. Ҡапыл пәйҙә булған көслә йәшен 53 йәшлек ҡатынға тейә. Ул ире менән урманда ҡайын миндеге әҙерләп йөрөгән була.
Йәшен уты ирҙе ситкә алып ташлай. Ул иҫенә килә һәм, ҡатынының хәрәкәтһеҙ ятҡан кәүҙәһен күреп, ярҙамға ашыға, тик һөҙөмтәһеҙ. Фажиғә урынына килеп еткән "Ашығыс ярҙам" хеҙмәткәрҙәре үлем осрағын теркәй.
Читайте нас: