-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь 2021, 13:14

Вакцинациялау бик йылдам бара

Республикабыҙҙа үткән аҙнала вакцинациялау темпы 10 тапҡырҙан күберәккә артҡан. Был турала бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеп үтте.

Республикабыҙҙа үткән аҙнала вакцинациялау темпы 10 тапҡырҙан күберәккә артҡан. Был турала бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеп үтте.
“Аҙна эсендә вакцинациялау темпы 10 тапҡырҙан ашыуға артты. Әле вакцинация, күсмә пункттарҙы ла индереп, 180 пунктта ойошторолған, – тип белдерҙе ул. – Прививка яһатыу темпы буйынса беҙ Рәсәйҙә алдынғы урындарҙың береһенә сыҡтыҡ, әле алтынсы урында барабыҙ. Ил субъекттарына килтерелгән вакцинаны файҙаланыу буйынса – икенсе урындабыҙ”.
Әлеге мәлдә Башҡортостанға йәмғеһе 600 мең доза вакцина килгән, һуңғы партия препаратты республика 27 июлдә ҡабул иткән.
Бөгөнгө көнгә ҡарата прививканың беренсе компонентын 515 мең кеше яһатҡан. Был – республика алған вакцинаның 86 проценты тигән һүҙ. 368 меңгә яҡын кеше уның икенсе өлөшөн дә эшләткән.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: