-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь 2021, 17:05

Торлаҡ төҙөү – планға ярашлы

2021 йылдың ғинуар – май айҙарында Башҡортостанда торлаҡ төҙөү күләме үткән йылдың ошо айҙарына ҡарағанда 25 процентҡа артҡан. Биш айҙа республикала 1 миллиондан ашыу квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

2021 йылдың ғинуар – май айҙарында Башҡортостанда торлаҡ төҙөү күләме үткән йылдың ошо айҙарына ҡарағанда 25 процентҡа артҡан. Биш айҙа республикала 1 миллиондан ашыу квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
– Беҙҙең алда 2024 йылға – 2,950 миллион, 2030 йылға 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү бурысы тора, беҙ ошо күрһәткескә планға ярашлы яҡынаябыҙ. Шәхси торлаҡ төҙөү ҙә арта. 2021 йылдың биш айында, баҡса өсөн ер участкаларындағыларын да иҫәпкә алып, 708,5 мең квадрат метр торлаҡ йорт төҙөлгән. Был үткән йылдың ошо уҡ айҙарына ҡарағанда 32 процентҡа артыҡ, – тип билдәләй БР төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.
2020 йылда Башҡортостанда 2 миллион 455 мең квадрат метр торлаҡ йорт төҙөлгән. Был 2019 йылдағыға ҡарағанда 3,5 процентҡа күберәк, тип белдерә БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Фото – БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: