1 июлдән 6,5 процентлы ипотека булмай.
Процент ставкаһы 7-гә күтәрелә, ә кредит суммаһы 3 миллиондан да юғары булырға тейеш түгел.
Иҡтисади көрсөккә ҡаршы саралар программаһы сиктәрендә түбән ставкалы ипотека Президент Владимир Путин тәҡдиме менән былтыр яҙ индерелгәйне. Әле үҙгәртелгән шарттар 2022 йылдың 1 июленә тиклем үҙ көсөндә буласаҡ.
Аналитиктар фекеренсә, 3 миллион һум лимит ҡуйылыуы ипотека портфеленең Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ситтә, йәғни төбәктәрҙә тулыланыуына килтерәсәк. Шулай уҡ торлаҡ баҙарында хаҡтарҙың тотороҡланыуына ла иҫәп бар. Сөнки түбән ставкалы кредит хаҡтарҙың күтәрелеп китеүенә сәбәпсе булғайны.