+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь 2021, 16:15

Мотлаҡ вакцинация индереү ихтыяжы юҡ

Башҡортостанда бөгөнгө көндә мотлаҡ вакцинация индереү ихтыяжы юҡ, тип белдерҙе Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Башҡортостанда бөгөнгө көндә мотлаҡ вакцинация индереү ихтыяжы юҡ, тип белдерҙе Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ республикала предприятиелар эшмәкәрлеге буйынса сикләү саралары индереү өсөн дә нигеҙ булмауын билдәләне.
Радий Хәбиров арта барыусы ауырыуҙарҙы дауалау бөгөн медицинабыҙҙың төп бурысы икәнлеген әйтеп үтте. “Койка фонды, медикаменттар, ИВЛ аппараттары – бөтәһе лә әҙер булырға тейеш. Әгәр беҙ санитария-эпидемиология талаптарын күҙәтһәк һәм вакцинация үтһәк, был осорҙо уҙғарып ебәрә аласаҡбыҙ”, – тине ул.
Башҡортостанда вакцинация темпы һиҙелерлек артты, прививка яһатырға теләүселәр күп һәм препараттар ҙа күберәк кәрәк. Республика етәксеһе Башҡортостанға вакцина ебәреүҙе арттырыу тураһында килешеүгә өлгәшеүҙәре хаҡында әйтеп үтте. Республикала коллектив иммунитет тиҙерәк барлыҡҡа килһен өсөн, аҙнаһына 150-200 мең вакцина талап ителә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Хәбиров.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: