Республикала ковид инфекцияһын йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 41 меңдән артып китте, теүәлерәк итеп әйтһәк, – 41 053. Тәүлек эсендә 133 яңы ауырыу өҫтәлгән.
Әлеге мәлдә стационарҙарҙа коронавирус менән ауырыусы 223 кеше ята. 21-е ауыр хәлдә, дүртәүһе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған.
Сирҙе сағыштырмаса еңел үткәреүсе 1 683 сырхау өйөндә дауалана.
Тәүлек эсендә 34 кеше дауахананан сыҡҡан. Пандемия башланғандан алып вирусты еңеүселәр – 38 558.
Мәкерле сир барлығы 589 яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙҙө, аҙаҡҡы тәүлектә йәнә дүрт үлем осрағы теркәлгән.
Дауахананан тыш пневмония хаҡында һүҙ алып барғанда, ул кисәле-бөгөнлө 119 сирлелә асыҡланған, үпкә ялҡынһыныуынан сәләмәтләнеүселәр – 94.