-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь 2021, 11:27

Фольклориада ваҡытында медицина хәүефһеҙлеге нисек күҙәтеләсәк?

Июль башында Бөтә донъя фольклориадала ҡатнашыу өсөн республикабыҙға яҡынса 50 ил вәкиле киләсәк. Был ифрат оло ваҡиғаны үткәргәндә медицина хәүефһеҙлеге нисек тәьмин ителәсәк?

Июль башында Бөтә донъя фольклориадала ҡатнашыу өсөн республикабыҙға яҡынса 50 ил вәкиле киләсәк. Ҡунаҡтар меңдән ашыу булыр, тип көтөлә. Был ифрат оло ваҡиғаны үткәргәндә медицина хәүефһеҙлеге нисек тәьмин ителәсәк?
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, фольклориадала ҡатнашыусылар араһында коронавирус таралыуына юл ҡуймау маҡсатында бик етди хәүефһеҙлек саралары күрелә:
– үҙ иленән сыҡҡанда бөтә коллективтар ҙа ПЦР тестары бирергә тейеш, ижади коллектив ағзаһының берәүһендә булһа тест һөҙөмтәһе ыңғай икән, тотош коллектив фольклориадаға ебәрелмәйәсәк. Шулай уҡ Рәсәйгә килгәс тә улар тикшереү үтә;
– һәр коллектив үҙ автобусында ғына йөрөйәсәк. Унда ингәндә көнөнә ике тапҡыр тән температураһы үлсәнәсәк. Коллективтан берәү булһа ла үҙен насарыраҡ тойһа, уның бөтә ағзалары сығыштарҙан ситләштереләсәк;
– Фольклориаданың барлыҡ саралары ла асыҡ һауа аҫтында үтә;
– фольклориадала ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә Өфөнән үҙ иленә осор алдынан шулай уҡ ПЦР алымы менән анализ бирергә тейеш.
Фото “Башинформ”дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: