Кисә машиналар йөҙҙө, ә Башгидрометүҙәк башланып торған аҙна, ғөмүмән, эҫе буласаҡ, тип белдерә.
Бөгөн республика буйынса +29... + 39 градус эҫе буласаҡ. Урыны менән йәшенләп ямғыр яуыуы ихтимал. Ел йүнәлеше үҙгәреүсән, секундына – 5 метр.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте республика буйынса юғары янғын хәүефлеге һаҡлана, тип белдерә.
Кисә Өфөлә көслө ямғыр үтте. Баш ҡаланың төньяҡ биҫтәләре урамынан яуын һыуы йылға булып аҡты.