+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь 2021, 17:23

Бизнес-шерифтар белемен камиллаштыра

Сибайҙа Башҡортостандың Урал аръяғы райондары бизнес-шерифтары экспорт эшмәкәрлеге нигеҙҙәренә өйрәнде. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Сибайҙа Башҡортостандың Урал аръяғы райондары бизнес-шерифтары экспорт эшмәкәрлеге нигеҙҙәренә өйрәнде.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Уҡыуҙарҙы БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты БР экспортҡа ярҙам үҙәге менән берлектә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторҙо.
“Бөгөн беҙҙең төп бурысыбыҙ – төбәктең сеймал һәм энергетик булмаған экспорт күләмен арттырыу. Бында бизнес-шерифтарҙың ярҙамы бик кәрәк. Улар ойошмалар менән “урында” эшләй һәм уларҙың экспорт мөмкинлеген билдәләй ала. Беҙ экспорт эшмәкәрлегенә өйрәтеү буйынса ҙур программа планлаштырҙыҡ”, – ти БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лена Изотова.
Уҡыуҙа Сибай ҡалаһынан, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Учалы һәм Хәйбулла райондары бизнес-шерифтары ҡатнашты.
Фото – БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: