+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь 2021, 09:20

128 кәләш бәлиғ булмаған

2020 йылда республикала 14 – 38 йәштәге 14 366 ир-егет һәм 15 099 ҡатын-ҡыҙ никахҡа ингән. Һандарҙың тигеҙ булмаһы һорау тыуҙыра, тик уға Башстат яуап бирмәй.

2020 йылда республикала 14 – 38 йәштәге 14 366 ир-егет һәм 15 099 ҡатын-ҡыҙ никахҡа ингән. Һандарҙың тигеҙ булмаһы һорау тыуҙыра, тик уға Башстат яуап бирмәй.
Туғыҙ кейәү һәм 128 кәләш балиғ булмайынса ғәйлә тормошон башлаған. Яуаплы был аҙымға барыусыларҙың иң күбе – 20 – 29 йәштәгеләр икән.
Билдәле булыуынса, Рәсәйҙә никахҡа инеү 18 йәштән рөхсәт ителә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа был йәшкә етмәгәндәрҙе лә ЗАГСта теркәйҙәр. Быға сәбәптәр булып ҡыҙҙың ауырға ҡалыуы, йә дөйөм балалары тыуыуы тора.
Читайте нас: