-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2021, 08:50

Татарстан әҙиптәре Өфөлә ҡунаҡта

Башҡортостанға ҡунаҡҡа Татарстан әҙиптәре килде һәм был ысын-ысынында бер матур осрашыу ғына түгел, әҙәби мөхиттә тарихи булараҡ баһаланыр ваҡиғаға әйләнде.

Башҡортостанға ҡунаҡҡа Татарстан әҙиптәре килде һәм был ысын-ысынында бер матур осрашыу ғына түгел, әҙәби мөхиттә тарихи булараҡ баһаланыр ваҡиғаға әйләнде.
Күрше республиканың баҫмаларында баш мөхәррир булып эшләгән Вәхит Имамов, Ләбиб Лерон, Рөстәм Ғәлиуллин ике аралағы әҙәби бәйләнештәрҙе нығытыуға беҙҙең замандан ниндәй өлөш индерергә ниәтләнеүҙәре хаҡында уйҙары менән уртаҡлашты. Ул – баҫмаларҙың алмаш һандарын сығарыу, иң яҡшы әҫәрҙәргә тәржемәләр тәҡдим итеү. "Башҡортостандан "Сәләм" тигән хикәйә килеп төштө. Авторы ла билдәһеҙ ине. Беҙ уны "Казан утлары"нда баҫып сығарҙыҡ һәм был хикәйә һандың иң яҡшы әҫәре исеменә лайыҡ булды. Ул Миләүшә Ҡаһарманованыҡы булып сыҡты", – тине журналдың баш мөхәррире Рөстәм Ғәлиуллин һәм яҙыусыға ошо хаҡта таныҡлыҡ тапшырҙы.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: